Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика район-ҡалаларында рейдтар ойошторола. Кушнаренко районы Иҫке Басҡаҡ ауылында йорт хужаларына янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмалар таратылды. Урында йәшәүселәр усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйылыуы тураһында иҫкәртелде. Бынан тыш, ихаталарҙа ут һүндергес, запас һыу һәм ҡом булыуы мотлаҡ. Инспекторҙар халыҡты мейес яғыу тәртибен инҡар итмәҫкә һәм электр линиялары төҙөклөгөн тикшеререгә саҡырҙы.
Бынан тыш, Шәрип ауылында янғын һүндереү ДЕПО-һы асылды. Уны урындағы халыҡ тәртипкә килтергән. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә булған бинала ремонт эшләнгән, ҡыйығы алмаштырылған, йылытыу һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ирекмән янғын һүндереү командаһына автоцистерна бүләк итте. ДЕПО бер нисә ауылды хеҙмәтләндерәсәк.