Ҡырмыҫҡалы районынан Николай Астафьев 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылырға әҙерләнә

97 йәшлек ветеран Һәүәләй ауылында йәшәй. Николай Дмитриевич Бөйөк Ватан ғына түгел, Рус-япон һуғышын да үткән. Оло йәштәге яугир менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина осрашты.

Хеҙмәттәштәр менән иҫтәлеккә төшкән фото ветеран өсөн иң ҡәҙерлеһе. Егеттәр 20 йәшлек сағында уҡ аслыҡ һәм һуғыш афәтен кисереп өлгөрә. 1941 йылда Николай Астафьевтың атаһы һуғышҡа алына, ә ике йылдан һалдаттар сафын саҡ 18-е тулған үҙе лә тулыландыра. Һуғыш юлын ул элемтәсе булып үтә. Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай. Бер һуғыш тамамланыу менән, икенсеһе башлана.

Рус-япон һуғышы башланған, тип хәбәр иттеләр. Беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, Көнсығыш фронтҡа ебәрҙеләр. 15 май тирәһендә десант менән килеп төштөк. Японияла ла элемтәсе булып хеҙмәт иттем.

Николай Астафьев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Һуғыштан һуң, Николай Дмитриевич бер нисә ҡаланы электр утына тоташтырыуҙа ҡатнаша. Эштә һынатмай. «Ҡалғандар ике бағана ултыртҡансы, мин унауҙы ултыртып өлгөрә инем», - тип көлә ветеран. Физик яҡтан көслө булғанғалыр ҙа, быйыл Николай Астафьев 98-се йәшен ҡаршылай. Бирешергә ашыҡмай.

Икәүләп торабыҙ. Бер нисә йыл элек ауылға күстек. Бында рәхәт. Баҡса үҫтерерәбеҙ, тауыҡ тотабыҙ. Әкренләп тырышабыҙ. Балалар ярҙам итә.

Валентина Недёшова, Николай Астафьевтың тормош иптәше

Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Николай Дмитриевич II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән», «Японияны еңгән өсөн». Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән. Хаҡлы ялға тиклем дә элемтә өлкәһендә эшләй. Бөгөн ауылда тыныс тормош көтә. Сираттағы Еңеү яҙын бәхетле ҡаршылай.

Рәзилә Ғиниәтуллина