Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, төбәктең мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе күп тапҡырҙар илдә иң яҡшы практика тип танылды. Республикала балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү вәкәләттәре булған Социаль туҡланыу идаралығы эшләй. Шулай уҡ сеймал һәм әҙер аҙыҡтарҙы тикшереү лабораторияһы ла бар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йыл дауамында ашнаҡсыларҙың аш-һыу әҙерләгәндә технологияларҙы боҙоу осраҡтары күпкә кәмегән. Ялыуҙар булһа ла, улар системалы түгел, тип белдергән Башҡортостан башлығы.