Премиум класслы һыу судноһы Түбәнге Новгород - Өфө-Түбәнге Новгород маршруты буйынса сәйәхәт итә. Круиз 120 турист өсөн ҡыҙыҡлы ял программаһы тәҡдим итә. Сәйәхәтселәрҙе Башҡортостан милли музейы, Өфө буйынса экскурсия, «Торатау» геопаркы, милли ризыҡтар һәм мәҙәни тамаша көтә.
«Александр Пушкин» теплоходы Өфөлә 3 майға тиклем туҡталды. Артабан ул Татарстанға юллана. Былтыр яҙ һәм йәй көндәрендә Башҡортостан 2 мең ярым турист менән 12 теплоход ҡабул иткән. Республикалала йылға инфраструктураһын камиллаштырыу һәм үҙәндәрҙе тәрәнәйтеү эштәре дауам итә.