Сиҙәм күтәреүселәр беҙҙең арала 1954 йылдың яҙында «Баймаҡ» совхозында, хәҙерге Аҡморон ауылында, сиҙәм ергә тәүге бураҙналар һалына. Быйыл ошо мөһим ваҡиғаға 70 йыл тулды. Хеҙмәт өлгөһө хаҡында киләһе сюжетта
1954 йылда КПСС Үҙәк Комитеты сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү ҡарарын ҡабул иткәс, күп төбәктәрҙә, шул иҫәптән Аҡморонда ла тормош йәнләнә. Бында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 22 кеше сиҙәм күтәрергә килә. Мөһим эшкә урындағы халыҡ та ҡушыла. Улар араһында Сәйғәфәр ауылынан Хәмит Кәримов та була, йәш сағынан ауыр эштәрҙә сыныҡҡан уҙаман бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай.
Байрамда хеҙмәт батырҙары ‐ Геннадий Дедюхин, Хәмит Кәримов, Зиннур Килдеғошов, Хөрмәт Мөхәмәтдинов ҡатнашты. Аҡморон ауыл биләмәһендә әле лә сиҙәмселәрҙең балалары, туғандары йәшәй. Улар 70 йыл элек булған хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара бай йөкмәткеле концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
Аҡморондар үткәндәре менән хаҡлы ғорурлана ‐ сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғандың тәүге йылында уҡ бында 17 мең гектарҙан ашыу ер эшкәртелә. «Баймаҡ» совхозы алдынғылар рәтенә сыға, юғары наградаларға лайыҡ була. Шул йылдарҙың шаңдауы булып ауыл үҙәгенә ҡуйылған «Совхоздың сиҙәмселәренә бағышлана» тигән яҙыулы трактор ‐ халыҡты икмәккә туйҙырыу өсөн тос өлөш индергән хеҙмәт батырҙарына һәйкәл.
Раушания Рәхимова