Радий Хәбиров Өфө эргәһендә юл тығындары барлыҡҡа килеүҙә ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты

Был турала төбәк етәксеһе бөгөн «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте»ндә белдерҙе. Кисә Булгаков ауылы янында меңдәрсә автомобилдәр тығыны юлдағы ремонт эштәренә бәйле барлыҡҡа килгән. Юл хеҙмәткәрҙәре эште көндөҙгө 12-гә тиклем тамамларға тейеш булған, тик ямғыр арҡаһында ремонт кисектерелгән. Бынан һуң, юлда ремонт эштәре иртәнге сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем һәм киске 8-ҙән таңғы 7-гә тиклем башҡарыласаҡ. Подрядсы ойошмаға штраф һалынған. Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Өфө районы хакимиәте һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең берҙәм эш итмәүҙәрен билдәләне һәм яуаплыларҙы язаға тарттырырға ҡушты.

Кәңәшмә барышында төбәк етәксеһенә Салауат районы Мөрсәлим ауылындағы юл торошо тураһында хәбәр иттеләр. Унда карьерҙан ҡырсынташ ташыған йөк машиналары йөрөү сәбәпле, ауылдан район үҙәгенә тиклем юл боҙолған. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса белгестәр тикшереү үткәреп, 15 саҡрымда юл боҙолоуын теркәгән. Юлды тәртипкә килтереү өсөн, ҡырсынташ һәм дизель яғыулығы бүленгән. Был тик ваҡытлыса сара. Киләсәктә карьерҙан ҡырсынташ сығарған «Шахта карьеры» йәмғиәте юл ремонт-тергеҙеү эштәре уҙғарыуға йыл һайын саралар бүлеүгә килешеү төҙөү планлаштыра.

Алдағы аҙнала Башҡортостан башлығы Салауат районында Росприроднадзор һәм прокуратура ҡатнашлығында Тәбиғәттән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышын уҙғарыу, шулай уҡ карьерҙы ҡуртымға алыусы тарафынан килтерелгән зыянды компенсациялау механизмын эшләү бурысын ҡуйҙы.