Социаль ойошмаларҙы, атап әйткәндә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу системаһын үҙгәртеп ҡороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Социаль туҡланыуҙы күҙәтеү идаралығы эшләп килә, ата-әсәләр тарафынан ялыуҙар ҙа кәмегән.
Балаларҙан рәхмәт һүҙе ишетеү һәм ашағандан һуң буш тәрилкә ашнаҡсылар эшенә яҡшы баһа. Өфөнөң Дим районындағы 252-се балалар баҡсаһында туҡланыу дүрт тапҡыр ойошторолған. 2021 йылда асылған мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәр төркөмдәрҙә түгел, ашханала ашай.
Һәр ата-әсә туҡланыуҙы ойоштороу системаһы менән таныша ала. Бының өсөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре эш барышы тураһында эҙмә-эҙлекле видеояҙма әҙерләгән.
Өҫтәлгә ҡуйылғанға тиклем социаль ризыҡҡа лаборатор тикшереү үтәкрелә. Өфөләге Һынауҙар үҙәгендә йылдың тәүге яртыһында бер меңдән ашыу анализ яһалған. Һәр учреждение бында йылына ике тапҡыр менюҙағы ризыҡты тикшертә. Бында шулай уҡ сеймалға ла анализ яһала.
Республикала социаль туҡландырыуҙың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Республикала балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү вәкәләттәре булған Социаль туҡланыу идаралығы эшләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йыл дауамында ашнаҡсыларҙың аш-һыу әҙерләгәндә технологияларҙы боҙоу осраҡтары күпкә кәмегән.
Башҡортостанда етештерелгән сеймалдан бешереү 71 процентҡа еткән, мәҫәлән, ит 92, йәшелсә 86 процент тәшкил итә. Социаль учреждениела туҡландырыу системаһын яҡшыртыу йүнәлешендә эш дауам итә, тип белдерәләр идаралыҡтан.
Рәмилә Исмәғилева