Башҡортостандың барлыҡ райондарында яҙғы баҫыу эштәре бара

Әлегә хужалыҡтар 336 мең гектарҙа ярауай культуралар сәскән, был дөйөм майҙандың 17 проценты. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Cтәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Илеш райондары аграрийҙарының эш темптары һәр йылдағыса юғары. Был муниципалитеттарҙа дөйөм майҙандың 34-40 проценты сәселгән. Ишембай районының «Привалов» исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығына килгәндә, быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар өсөн 8 мең ярым гектар бүленгән. Әле баҫыуҙа тиҫтәгә яҡын техника эшләй, борсаҡ сәсеү башланған.