Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында сыр етештереү бүлеге асылған

Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты сиктәрендә ауыл хужалығы кооперативтары дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала. Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында грант аҡсаһына сыр етештереү бүлеге асылған, махсус цех ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Яңыртылған хужалыҡта 16 төрлө сыр һәм башҡа ризыҡтар етештерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Ғафури» ауыл хужалығы кооперативында сыр етештереү бүлегендә эш ҡайнай. Күптын түгел цех яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Һөттө эшкәртеү, продукцияны һаҡлау, ризыҡтарҙы заманса талаптарға еткереп әҙерләү өсөн шарттар булдырылған. Ауыл хужалығы эшҡыуарҙарына ярҙам итеү программаһы буйынса кооператив республика грантын отоп цехты ҡеүәтле ҡоролмалар менән тәьмин иткән.

Ит, ҡамыр, һөт продукцияһы менән эшләүсе ауыл хужалығы кооперативында быға тиклем сыр етештереү бүлеге булмаған. Былтыр 12 млн һум дәүләт ярҙамы алып цехта 16 төрлө сыр сығарыла башлаған.

Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты буйынса 700 млн һум аҡса бүленгән. Программа менән файҙаланып урындағы эшҡыуарҙарға ҡоролмалар һатып алырға, льготалы кредит юлларға мөмкин.

Башҡортостанда фермерҙарға ярҙамға 4 йыл эсендә генә 1 миллиард 108 миллион һум аҡса бүленгән. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты акселерациялау» төбәк проекты сиктәрендә бүленгән финанс ярҙамға 272 яңы крәҫтиән-фермер хужалығы асылған. Ҡулланыусылар кооперацияһына меңәрләгән яңы йүнсел йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә фермерҙар өлөшө һәм сифатлы ризыҡтар проценты артҡан.

Флорида Ким