Үҙ бизнесыңды асыу өсөн дәүләттән 100 мең һумдан ярты миллион һумға тиклем матди ярҙам алырға мөмкин

Был турала бөгөн Өфөлә үткән «Идеянан - бизнесҡа» стратегик сессияла хәбәр ителде. Эшлекле сарала 25 йәшкә тиклем студенттар ҡатнашты. Йәштәр араһында үҙ бизнесын асып ҡараған йүнселдәр ҙә бар. Сараның икенсе яртыһында буласаҡ эшҡыуарҙар бизнес проекттарын тәҡдим итте. Берәүҙәр - матурлыҡ, икенселәр - автомобиль ремонтлау, өсөнсөләр фәнни йүнәлештә эшләргә ниәтләй.

Мин фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән ойошма асырға теләйем. Илдең төрлө завод-предприятиелары өсөн заманса, юғары технологиялы ҡоролмалар сығармаҡсымын. Яңыраҡ Инновацияларға ярҙам итеү фондына грант алыу өсөн заявка тапшырҙым. Командабыҙ әле бәләкәй, тик пландар ҙур.

Артём Кондратец, Өфө дәүләт нефть техник университеты магистранты

Сарала тәжрибәле белгестәр сығыш яһаны. Әйтәйек, эшҡыуар Әлиә Әлмөхәмәтова - ҡасандыр матурлыҡ салон селтәре етәксеһе - бөгөн үҙ бизнесын асырға теләүселәргә ярҙам итә. «Идеянан - бизнесҡа» стратегик сессияһы былтырҙан тормошҡа ашырыла. Былтыр ғына бизнес-осрашыуҙарҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.