Өфөнөң 92-се коррекция мәктәп-интернатында Ҡоддос Латиповҡа арналған музей асыла

Өфөнөң 92-се коррекция мәктәп-интернатында Советтар Союзы Геройы Ҡоддос Латиповҡа арналған музей асыла.

Музейҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы, авиация полковнигы, Советтар Союзы Геройы тураһында мәғлүмәти стенд эшләнгән, шулай уҡ экспозицияла уның шәхси әйберҙәре урын алған.

Ҡотдос Ҡәниф улы 1923 йылда Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуған. Свердловск ҡалаһында осоусыларҙың хәрби авиация мәктәбен тамамлаған. 1941 йылдың ноябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Волхов, Калинин, Көнбайыш һәм Икенсе Украина фронттарында хеҙмәт иткән. Һуғыштан һуң авиаэскадрилья командиры, полк командиры урынбаҫары, авиация дивизияһында политбүлек етәксеһе, илдең Хәрби Һауа көстәре менән идара итеүсе үҙәктәрҙең береһендә етәксе булып эшләгән.

Ҡотдос Латипов 2016 йылдың 23 декабрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. Герой илдең баш ҡалаһындағы Троекуров зыяратының Дан аллеяһында ерләнгән.

Яңы зал мәктәп музейының бишенсе бүлеге. Ил тарихы менән таныштырыусы музейҙа башлыса Бөйөк Ватан һуғышы йылдары сағылдырылған. Бында уҙған быуат кейемдәре, фронт трофейҙары, боронғо гәзиттәр һәм башҡа ҡомартҡылар урынлашҡан. Музейға килеүселәр блиндаж макетын күрә ала. Донбасҡа бағышланған «Геноцид- тарих һәм хәҙерге заман» стенды Мәскәүгә конкурсҡа ебәрелгән.