Хәйбулла районы предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында «Таланттар йондоҙлоғо» район конкурсының икенсе этабы тамамланды. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты акционерҙар йәмғиәте призына 9 коллектив көс һынашты.
«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы Хәйбуллала йәшәгән һәләтле һәм моңло кешеләрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. Улар араһында «Миләшкәй» йыр ансамбле ветерандары сығышы тамашасыны һәм жюри ағзаларын рухлы, халыҡсан йырҙары менән әсир итте. Ветерандар башҡарыуындағы йырҙар йәшәүгә көс, дәрт һәм илһам бирә.
Конкурс ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә конкурсанттар бейеү номерҙары тәҡдим итһә, йыр башҡарыу оҫталығында 9 коллектив көс һанашты. Улар конкурсҡа етди әҙерләнгән. Был репертуар һайлауҙа ла асыҡ сағыла.
Конкурст һөҙөмтәләре буйынса Гран-при Бүребай ауыл мәҙәниәт йортоноң «Миләшкәй» ансамбленә тапшырылды, ә уның етәксеһе Рәмзиә Ҡолбаева «Иң яҡшы етәксе» тип танылды.
Икенсе урын яулаған «Хазина» ғаилә ансамбле»Башҡорт мәҙәниәтен һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн»номинацияһы, беренсе урынға сыҡҡан Аҡъяр ауылының 2-cе мәктәп коллективы «Патриотик тәрбиә биреүҙә индергән өлөшө өсөн» номинацияһы еңеүселәре булараҡ та махсус дипломдар менән билдәләнде.
«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы йыр-моң яратҡан хәйбуллалар өсөн сағыу ваҡиға . Ул тәрән мәғәнәле йыр-моң аша халыҡты берләштерә, үҫеп килеүсе йәш быуынға илһөйәрлек рухын еткерә.
Гүзәл Борханова