Роснефткә ҡараған “Башнефть” компанияһы йылдағыса “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды.
Кушнаренко һәм Дәүләкән райондары биләмәһендә 11,5 гектарҙан ашыу майҙанда 36 мең ағас үҫентеһе ултыртылды.“Асылыкүл” паркында “Башнефть-Добыча” хеҙмәткәрҙәре 24 мең төп ағас ултыртты. Улар шишмәләрҙе кибеүҙән һаҡлап, Асылыкүлде тәбиғи һыу менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан нефтселәре төбәктәге иң ҙур күлде ҡотҡарыу эшенә 2023 йылдың көҙөнән ҡушылды.
Кушнаренко районында 12 мең ағас ултыртылды. Бер нисә йылдан бындағы ҡуйы урман бик күп төрлө хайуандар һәм ҡоштарҙың йәшәү төйәге булып, биологик төрлөлөктө арттырыуҙа мөһим роль уйнар.
“Башнефть” компанияһы экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирә. Үткән 5 йыл эсендә 4 миллион 500 мең ағас ултыртылған.