Башҡортостанда «Айыҡ водитель» профилактик акцияһы йомғаҡтары барланды

Башҡортостанда «Айыҡ водитель» профилактик акцияһы йомғаҡтары барланды: май башында өс йөҙгә яҡын водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Уларҙың 22-һе эскән килеш икенсе тапҡыр тотолған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларҙың береһе хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡасырға маташҡан.

Водитель инспекторҙарҙың бер нисә тапҡыр туҡтарға талап итеүен инҡар итә. Экипаж уны Һикәлекүл ауылы янында ғына ҡыуып етә. Ҡасырға ынтылған водителде инспекторҙар туҡтата.

Күгәрсен районында спиртлы эсемлек ҡулланған килеш теркәлмәгән автомобиль йөрөткән, водитель таныҡлығы булмаған 35 йәшлек ир ҡулға алынған. Шулай уҡ Баҡалы районында ла эскән килеш руль артына ултырған водитель тотҡарланған.

Республикала водителдәр араһында эскелеккә ҡаршы күләмле тикшереү үткәрелә. Юл-патруль постары айырыуса күләмле ял итеү урындарында көсәйтелә. Әүҙем граждандарҙан рулгә эскән килеш ултырған водителдәр тураһында мәғлүмәтте дәүләт автоинспекцияһының ҡыҙыу линияһында һәм телеграмдағы боттарҙа тәүлек әйләнәһенә көтөп ҡалабыҙ.

Линар Зиннуров, Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы пропаганда төркөмөнөң махсус йөкләмәләр буйынса өлкән инспекторы