Өфөлә «Балалар күҙлегенән хәүефһеҙлек» конкурсына йомғаҡ яһалды

Конкурста ҡатнашыуға 350 бала заявка биргән, улар араһынан 59 еңеүсе һәм призер билдәләнде. Конкурста республика ҡалаларынан һәм райондарынан 7-17 йәшкә тиклем уҡыусылар ҡатнашты. Балалар һүрәт, плакат, буклет, видеояҙмалар аша көнкүрештә, йәмәғәт урындарында, юлда, интернет селтәрендә үҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген күрһәткән. Ижади ярышты Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле ҡарамағындағы балалар йәмәғәт советы ойошторҙо.

Балалар йәмәғәт советы ағзалары малай-ҡыҙҙарға хәүефһеҙлекте нисек күҙ алдына килтереүҙәре хаҡында ижади эш аша һөйләргә ярҙам итте.

Ольга Панчихина, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле