Иглин районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡайып сигеү оҫтаһы Ғәбиҙә Вәлиеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Туҡымаларҙы декоратив эшкәртеүҙе ул йәшлек йылдарында үҙләштергән. Экспозицияла ҡатмарлы биҙәктәр менән сигелгән эштәр менән танышырға мөмкин, сәнғәт һөйөүселәр оҫта башҡарған алымдарҙы юғары баһалай.
Тамбурлы сигеү - икенсе төрлө ҡайып сигеү, элмә сигеү - Ғәбиҙә Вәливаның яратҡан алымы. Оҫтабикә күлдәктәрҙе, алъяпҡыстарҙы, таҫтамалдарҙы, хатта өҫтәл ябыуҙарын да ошо ысул менән нағышлаған. Традицион милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу артҡан мәлдә оҫтабикә биҙәгән кейем-һалым, көнкүрештә ҡулланылған милли әйберҙәр халыҡта ихтыяж менән файҙалана.