Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау дауам итә

Ишембай ҡалаһы урамдары ла эҫе асфальт ярҙамында тәртипкә килтерелә, хәүефле участкаларҙа ул биш-ете сантиметр ҡалынлыҡта һалына. Билдәле булыуынса, урындағы асфальт-бетон завод 8 апрелдән эшләй, ошо ваҡыт эсендә дөйөм алғанда 800 тоннанан ашыу ҡатнашма менән соҡорҙар ямалған. Юлдарҙа ике бригада ял көндәрһеҙ иртәнән кискә тиклем эшләй.