Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр «Виссарион Белинский» теплоходын ҡабул итте

Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр «Виссарион Белинский» теплоходын ҡабул итте, ул Түбәнге Новгородтан рейс яһай һәм был миҙгелдә Башҡортостан йылғалары буйлап үткән иң ҙур һыу судноһы һанала. Дуҫлыҡ Монументы эргәһендәге причалға «Николай Некрасов», «Александр Бенуа» теплоходтары ла килде, дөйөм алғанда, биләмәлә дүрт йылға транспортын күрергә мөмкин. Тәүгеһе - «Александр Пушкин» исемен йөрөткәне кесе йома туҡталғайны. Круиз менән йөрөп баш ҡалаға экскурсияға килгән туристар һәм уларға әҙерләнгән бай мәҙәни программа менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты

Виссарион Белинский теплоходы Өфөгә тәүге тапҡыр килеп, өсөнсөгә ҡунаҡта булған Александр Пушкин судноһы янында йәнәш туҡталды. Теплоходтар дүрт палубалы, уларҙың оҙонлоғо йөҙ метрҙан ашыу. Сәғәтенә 20-26 саҡрым тиҙлек йыялар.

Түбәнге Новгородтан баш ҡалаға тиклем йылғалар аша «Башҡортостан ынйыһы» тип исемләнгән туристик рейс ойошторолған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр круиз менән сәйәхәткә сығып, республика тәбиғәте, башҡорт мәҙәниәте менән танышырға теләк белдергән. Сәфәр барышында уҡ улар кейеҙ баҫырға, футболкаға милли орнамент төшөрөргә өйрәнгән, халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан. Туристарҙы рухлы милләттәштәребеҙ оҙатып барған.

Теплоходтан төшкән туристарҙы башҡорт йырҙары-бейеүҙәре менән ҡаршы алдылар. Уларҙы Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия көтә. Теләүселәр Ишембай районына барып, Торатауға ла күтәрелә ала, шулай уҡ Иглин районында урынлашҡан түмәр-солоҡ умартасылығына юлланырға мөмкин.

Теплоходтарҙың экипажы билдәләүенсә, Башҡортостан буйлап сәфәр еңелдән түгел. Текә боролоштар булһынмы, көслө ағыммы - навигация осоронда ҡатмарлы участкаларҙы үтергә урындағы капитандар ярҙам итә. Әйткәндәй, Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйына тағы ла ике теплоход туҡталды - «Алексадр Бенуа» һәм «Николай Некрасов» исемдәрен йөрөткән суднолар.

Һәр лайнерҙың үҙ графигы. Теплоходтар бер нисә сәғәткә, хатта, ике көнгә лә туҡталыш яһап, артабан йылға буйлап маршрутын дауам итә. 5 май Өфөгә Михаил Кутузов судноһы килһә, киләһе аҙна «Александр Свешников» менән «Русь Великая» лайнерҙары киләсәк. Уҙған йыл республика егерме теплоходты ҡабул итһә, быйыл да ошондай уҡ күрһәткес булыр тип көтөлә

Гөлназ Хәйбуллина