Баш ҡала мәктәптәре «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды

Өфө халҡы урамға еңеү тәҙрәләре аша ҡарай. Баш ҡала мәктәптәре, ойошмалар «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды. Был көндәрҙә тәҙрәләр Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың фотолары менән биҙәлде. Быйыл «Үлемһеҙ полк» онлайн форматта үтеү уңайынан һәр кем ғаилә геройҙары портретын үҙ йорто тәҙрәһенә элә ала. Шулай уҡ акцияның рәсми сайтында ла акцияға ҡушылырға була. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Майҙың ҡар яуып торған көнөндә тәҙрәләрҙән уларҙың йылмайып тороуы күңелдәргә йылылыҡ өҫтәй. Гүйә улар әле лә тере. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм хәҙер бүлә- бүләсәрҙәре уларҙың фотоларын ҡәҙерләп һаҡлап, яу юлдары, тылдағы тормоштары тураһында һөйләп торғанда, әлбиттә ҡаһармандар мәңге тере.

Баш ҡаланың 27-се мәктәбе «Еңеү тәҙрәләре»нән тыш, «Хәтер яулығы» акцияһында ла ҡатнаша. Мәктәп коридорын яугирҙарҙың исемдәре яҙылған туҡымаларҙан йыйылған Хәтер яулығы биҙәй. Ҡорамала фронтта һәләк булғандар, әйләнеп ҡайтҡандар, һәм әле йәшәүсе тыл ветерандары тураһында ла мәғлүмәттәр бар.

Өфөләге 117- се мәктәптә лә Еңеү байрамына тулы әҙерлек бара. Уҡыусылар театрлаштырылған тамаша репетицияһында.

Уҡыу кабинеттарында дәрес барышын Бөйөк Ватан Һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күҙәтә. Һәр класс бүлмәһенә уҡыусыларҙың олатай-өләсәйҙәренең фотоһүрәттәре эленгән.

96-сы лицейҙа кадет класы тантаналы маршҡа әҙерләнә. Өҫтәрендә хәрби кейем, ә күңелдәрендә ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ.

Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов та Бөйөк Еңеү байрамын халҡыбыҙҙың батыр улдары менән бергә ҡаршылай. Бындағы министрлыҡтарҙа эшләүселәр ҙә тәҙрәләрен яҡындарының фотоһүрәттәре менән биҙәгән.

Рәмилә Исмәғилева