7 майҙа Президент Владимир Путиндың инаугурацияһы үтә

 Ул Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Был турала  ТАСС агентлығы хәбәр итә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, мартта үткән президент һайлауында һайлаусыларҙың 87 проценттан ашыуы Владимир Путин өсөн тауыш биргән. Башҡортостанда уны һайлаусыларҙың 91 процентҡа яҡыны хуплаған.