Рейтингҡа 30 йәш тулғансы Рәсәй һәм донъя кимәлендә юғары ҡаҙаныштырға ирешкән 100 йәш кеше индерелгән. Улар араһында эшҡыуар, ғалим, спортсы, йырсылар бар. Ҙур исемлектән эксперттар 30 кешене һайлап ала һәм еңеүселәр июндә иғлан ителә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылда тыуып үҫкән. Әле ул Лондонда “Ковент-Гарден” театрында эшләй.