Инвесторҙар Сибай ҡалаһында йыйыла

Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Рәсәй һәм Ҡытай араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Май аҙағында Сибайҙа “Урал аръяғы” форумы үтә. Эшлекле йыйынға Ҡытайҙан ҙур делегация килеүе көтөлә. Сара барышында ике дәүләт төбәктәре араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү тураһында һөйләшеү була. Былтыр Башҡортостан һәм Ҡытайҙың сауҙа әйләнеше 88 процентҡа артты. Беҙҙең республика Аньхой, Цзянси һәм Хубэй провинциялары менән хеҙмәттәшлек итә.