Өфөлә парадта “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ҡатнаша

Бөгөн, Еңеү көнөндә баш ҡала Октябрь проспекты буйлап Ленин исемендәге майҙан алдынан тантаналы хәрәкәт уҙа. Унда 1,5 мең кешенән торған 22 хәрби төркөм атлап үтә. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, кадеттар, шайморатов класында белем алғандар, шулай уҡ яза башҡарыу хеҙмәтенең ҡатын-ҡыҙҙар расчеты була. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад көндөҙгө 11-ҙә башлана. Быйыл “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте һәм кисен салют булмай.