Башҡортостанда бала тыуғас 28 мең һум пособие бирелә

 Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл дүрт айҙа 6 меңдән ашыу эшләп йөрөгән әсәгә аҡса күсерелгән. Бының өсөн 167 миллион һум йүнәлтелгән. Пособие мотлаҡ социаль страховкалау тәртибе барышында тәғәйенләнә. Ғариза тултырып мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Ике һәм унан күберәк бала булғанда, пособие һәр береһе өсөн айырым бирелә.