Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында завод барлыҡҡа килә. Унда экологик таҙа һәм тәбиғи умартасылыҡ тауарҙары нигеҙендә биологик ҡушылмалар сығарыу ҡарала. Бының өсөн инвестор 614 миллион һум йәлеп итә. Проект импортҡа алмаш шарттарында тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш өсөн ер сауҙа үткәрелмәйенсә бирелгән.