Автобустарҙа кондиционер, электрон мәғлүмәт таблоһы һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү ҡулайламаһы булырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2019 йылдан йәмәғәт транспортында халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. 5 йылда “Башавтотранс” дәүләт компанияһына 1 мең 400 автобус һатып алынды. Бының өсөн яҡынса 10 миллиард һум тотонолған.