Башҡортостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында сауҙа әйләнеше 68 процентҡа артты. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сит илгә минераль һәм химия тауарҙары, металл, ағас, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатыла. Киләсәктә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә бойҙай, йомортҡа, көнбағыш һәм етен майы, шулай уҡ сәнәғәт ҡорамалдары, ашламалар экспортлау ҡарала. Апрелдә Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация Дубайҙа булды. Унда эшлекле осрашыуҙар үтте һәм ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса килешелде.