Башҡортостанда йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары быйыл өс айҙа 500 миллион һум инвестиция йәлеп иткән. Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығында моноҡалалар вәкилдәре менән кәңәшмә үтте. Әле республикала йылдам үҫеш биләмәләрендә 126 резидент теркәлгән. Быйыл өс айҙа инвесторҙар яңы 300 эш урыны булдырған. Тимер-бетон ҡоролмалары, нефть сығарыу ҡорамалдары етештереү, шулай уҡ машиналар төҙөү һәм химия сәнәғәте тармағында ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет ҡалалары йылдам үҫеш биләмәһе статусын алды.