Өфөлә ҡороған сағандар урынына ҙур йүкәләр ултыртыла

 Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Пушкин урамының бер өлөшөндә тротуар тәртипкә килтерелә, таш түшәлә. Юл буйындағы ҡарт сағандар ҡырҡыла һәм йүкә ағастары ултыртыла. Халыҡҡа йәшелләндереү сараһын аңлап ҡабул итергә саҡыралар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 5 меңдән ашыу ҙур үҫенте һәм 105 мең ҡыуаҡ ултыртылды. Сарала 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.