Ул 14-15 майҙа үтә. "Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҫеш һәм хәүефһеҙлек" тигән тема һайланған. Конференцияға Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан экперттары саҡырылған. Башҡортостан Үҙәк Азияға географик яҡтан яҡын, мәҙәни, иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырылған. Санкция шарттарында ла был төбәктәге илдәр менән сауҙа арта бара.