Иглин районы халҡы Евразия таҙалыҡ күбогы уйындарында ҡатнашты

Экологик акцияла йәш сикләүҙәре юҡ, шуға ла тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға олоһо-кесеһе дәррәү ҡушылды. Улар квест уйындарында һәм командаларға бүленеп ярышты. Сараны үткәреү өсөн Вятка биҫтәһе осраҡлы ғына һайланмағайны. Сөнки күптәрҙең фекеренсә, ҡышҡыһын тап ошонда иң күп сүп-сар йыйылған.

Ярты сәғәт дауамында командалар күберәк сүп-сар йыйыуҙа көс һынашты. Ауылыбыҙҙың таҙалығына битараф булмағандарға рәхмәт.

Регина Байдәүләтова, Иглин ауыл биләмәһе башлығы

Таҙалыҡ кубогы уйындары 10 йыл элек уҙғарыла башлаған. Ошо ваҡыттан бөтәһе 220 уйын үткән. Быйыл экологик сараға тиҫтәләп ил ҡушылған. Иглин ауылынан уйында һигеҙ команда ҡатнашты. Ярыш барышында квеста ҡатнашыусылар 150 тоҡҡа яҡын сүп-сар йыйҙы, был бер тоннанан ашыу пластик, металл, быяла, тәгәрмәстәр һәм башҡа ҡалдыҡтар.