Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге июлдә асыла

Уның майҙаны 600 квадрат метр булыуы билдәле. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында барған күләмле төҙөлөш менән танышып, күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды.

Ҡола яланда архитектура яғынан мөһәбәт бина күтәрелгән. Евразия Күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының заманса визит-үҙәге тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Әлегә объектта эске һәм тышҡы биҙәкләү эштәре ойошторолған. Эргәләге биләмә лә төҙөкләндерелә. Турахан кәшәнәһенә тиклем йәйәү күтәрелеү өсөн 600 метрлыҡ һуҡмаҡ һалынған, бында ял зоналары һәм тарихи мәғлүмәт менән 13 стенд урынлаштырыу ҡаралған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында булып, визит-үҙәктең эске һәм тышҡы биҙәлеше варианттары һәм Турахан кәшәнәһенә арналған тарихи экспозицияның бер өлөшө менән дә танышты. Шишмә районы кәсепселәре ойошторған ҡул эштәре, сувенир продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, яңы объект биләмәлә туризм үҫеше өсөн дә мөһим.

Радий Хәбиров Евразия Күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының төҙөлөш этаптарына бәйле күсмә кәңәшмә лә уҙғарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, комплекс проектын төбәк етәксеһе 2022 йылдың июлендә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне. Яңы объект бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә, улар иҫәбендә - Турахандың һәм Хөсәйенбәктең Алтын урҙа осорона ҡараған таш кәшәнәләре.

Төбәк етәксеһе Башҡорт аты үҙәге төҙөлөшө өсөн ҡаралған биләмәлә булып, йәмәғәт-тарихи киңлек концепцияһы менән танышты. Бында ат сабыштары өсөн манеждар урынлаштырыу ҡаралған, кәсепселәр ауылы буласаҡ. Ғөмүмән, ғаилә ялы өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.

Флорида Ким