Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереп. Йылайыр районы Юлдыбай ауылына волейбол буйынса турнир үтте. Быйылғы ярышта Урал аръяғы төбәктәренән 9 команда күсмә кубок өсөн көрәш алып барҙы. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Йыл һайын 9 май алдынан үткәрелгән турнир - Бөйөк ватан һуғышы ветерандарына арналған стелаға сәскә һалыуҙан һәм батырҙар иҫтәлегенә ағас ултыртыуҙан башланды.
4-се йыл рәттән Юлдыбай ауылында «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары-атайҙар» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» кубогына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының улдары волейбол турниры үткәрә. Уның ойоштороусылары булып Юлай Юлдашев, Ислам Ишкилдин, Илшат Яманғолов, Фәнүз Тимерйәнов тора.
Был спорт байрамын волейбол һөйөүселәр шатланып ҡабул итә. Быйылғы ярышта 9 команда - Әбйәлил, Ейәнсура Баймаҡ районының Ҡарамалы, Ишмырҙа, Иҫке Сибай ауылдары, Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан ветерандар һәм йәштәр командалары уйнаны. Турнир көсөргәнешле, сәмле һәм ғәҙел барҙы.
Матур традицияға әүерелгән спорт сараһы ихтирамға лайыҡ. Ойоштороусылар сығымдарҙы иҫәпләмәй - аталарының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн төрлө район командалары уйынсыларын берләштереп, күңелле волейбол уйынынын ойоштора, улар өсөн төшкө аш, һәм бүләктәр әҙерләй.
Рүзилә Ғүмәрова