Өфөнөң Дим районы мәктәптәре «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды

Илебеҙҙең төп байрамы - Еңеү көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан 1 майҙан 9-на тиклем бөтә ил буйынса «Еңеү тәҙрәләре» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы үтә. Уға Өфөнөң Дим районы мәктәптәре әүҙем ҡушылды. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙҙың бүлә-бүләсәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Беренселәрҙең иртәһе ҡағыҙ битенән ҡәнәфер, торналарҙы ҡырҡыуҙан башланды. Мәктәп уҡыусылары патриотик акцияға ҡушылып, тәҙрәләрҙе еңеүҙең төп символдары менән биҙәй. Илебеҙ, бөтә кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғалар һәм даталар бар. Уларҙың береһе, әлбиттә, 9 май. Һәр уҡыусының Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән, Еңеү яҙын яҡынайтыуға өлөш индергән туғаны бар. Карина Әлимғолова өлкән олатаһы менән ғорурлана. Дәрескә ул Шәйхислам Ҡәләмовтың фотоһүрәте менән килгән.

Олаталарының батырлыҡтары тураһында яҡшы белгән малай-ҡыҙҙар төрлө акцияларҙа ҡатнаша. «Улар Ватанды һаҡланы...» һәм «Герой йондоҙо» конкурстары өсөн дә ҡул эштәре өлгөләрен әҙерләгәндәр.

Шул уҡ Дим районының 113-сө мәктәбендә иһә беренсе синыф уҡыусыларына тәҙрәләрҙе биҙәргә Юнармеецтар ярҙам итте. Бөтә Рәсәй акцияһы йәш быуынға изге йолаларҙы тапшырыу, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына рәхмәт тойғоларын еткереү, һәләк булғандарҙы иҫкә алыу маҡсатында үткәрелә. Әйткәндәй, белем усағында 1986 йылдан алып музей эшләп килә. Унда эҙәрмәндәр отряды тарафынан табылған экспонаттар, фронт хаттары һаҡлана.

Бындай саралар Изге Еңеүҙе яҡынайтҡан атай-олатайҙарыбыҙҙы хөрмәтләү билдәһе. Һәр кем өй тәҙрәләрен Бөйөк Еңеү символдары менән биҙәп, ветерандарҙың фотоһүрәттәрен элеп акцияға ҡушыла ала. Урамға еңеү тәҙрәләре аша ҡарайыҡ!

Әлфинә Килдейәрова