Ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү төп бурыстарҙың береһе

 Ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү -  “Роснефть” компанияһы составына ингән “Башнефть” ойошмаһының социаль өлкәләге эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең  береһе. "Ветерандарға – йөрәк йылыһы"  ирекмәндәр акцияһы 2012 йылдан уҙғарыла. Еңеү көнө алдынан компаниянан  100-гә яҡын  хеҙмәткәр "Бөйөк Ватан һуғышы ветераны" статусына эйә булған бөтә пенсионерҙарҙың йорттарына бара, уларҙың һаны әле 400-гә яҡын. Волонтерҙар ветерандарҙы ҡотлап, бүләктәр тапшыра,  ветерандар эшләгән предприятиеларҙың  уңыштары менән уртаҡлаша. Еңеү көнөндә ветерандар һәйкәлдәргә сәскә һалыу тантанаһына саҡырыла. Шулай уҡ 2020 йылдан торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы компенсациялау маҡсатында ай һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, "Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә" билдәһе менән бүләкләнгән кешеләргә, элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә матди ярҙам күрһәтелә.