Яңы мөҙҙөткә бағышланған инаугурация бөгөн ҙур Кремль һарайында үтте. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Инаугурация тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Ни бары 33 һүҙҙән торған текст. Әммә был ябай ғына телмәр түгел. Тотош Рәсәй халҡына тоғролоҡ анты. Владимир Путин уны Конституцияның махсус данаһында уң ҡулын һалып уҡыны.
Президент анты ҡабул ителгән Конституция инаугурация экземпляры тип атала һәм Кремль китапханаһында һаҡлана. Ул 1996 йылда Рәсәй президенты вазифаһына инеү тантанаһы өсөн махсус нәшер ителгән. Дәүләт башлығының бөтә инаугурацияларында ҡулланылған. Әммә 2020 йылда төп ҡануни документтын тексына үҙгәрештәр индерелгән. Китаптың тышлығы ҡыҙыл төҫтә, варан тиреһенән, унда көмөш герб баҫылған, яҙыуҙары алтындан ялатылған. Владимир Путин тоғролоҡ анты биргәндән һуң Рәсәй халҡына ҡатмарлы осорҙағы берҙәмлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Владимир Путин өсөн был инаугурация бишенсеһе. Юғары баш командующий тантанаға Рәсәйҙә эшләнгән «Аурус» лимузинында, мотокортеж оҙатыуында килде. Залда - 2 мең ярымдан ашыу кеше. Улар араһында- Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт думаһы депутаттары, сенаторҙар, Президент хакимиәте етәкселәре, Конституция суды судьялары, дипломатик корпус һәм властың башҡа вәкилдәре. Тантанаға махсус хәрби операция геройҙары, спорт һәм эстрада йондоҙҙары саҡырылған. Сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.
Владимир Путин ил халҡының ышанысын яулаған көслө, абруйлы лидер. Уның быйыл үткән һайлауҙа 87 проценттан ашыу тауыш йыйыуы асыҡ миҫал. Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын киләһе 6 йыл, 2030 йылға тиклем биләйәсәк.
Рәсәй Президенты һайлауында ил халҡы көслө лидер янында берләшеп берҙәмлеген, ойошҡанлығын күрһәтте. Владимир Путиндың киләһе йылдарға үҫеш стратегияһы ла, командаһы ла билдәле. Был командала Башҡортостан башлығы ла бар. Владимир Путин Радий Хәбировтың быйыл көҙ республика башлығын һайлауҙа кандидат булараҡ ҡатнашыуын хупланы һәм теләктәшлеген белдерҙе.
Рәмзиә Кәримова