98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Латип улы Ғирфанов Туймазы ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән 79-сы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләүсе яугир менән БЮТ ижади төркөмө осрашты
Хатип Латип улы был йортто 1962 йылда үҙ ҡулдары менән төҙөп сыҡҡан. Ошо нигеҙҙә тормош иптәше Вәсилә Мирғәсим ҡыҙы менән биш баланы аяҡҡа баҫтырған. Сал сәсле ветеран балаларының бергә йәшәргә саҡырыуҙарын кире ҡаға. Үҙ аллы донъя көтөүҙе хуп күрә. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Урам-ихатаһында тәртип һәм бәхтәлек. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан хәрәкәттә-бәрәкәт, тип ғүмер итә.
Хатип Ғирфанов 18 йәше тулыу менән хәрби хеҙмәткә алына. Украинала кесе авиабелгестәр әҙерләү мәктәбендә техник, приборсы, уҡсы-радист һөнәрҙәрен үҙләштерә. 1944 йылда 63-сө Керчь авиация бомбардировка полкына эләгә. Польшала һауа һуғыштарында ҡатнаша. Уның төп эше ерҙә була, самолеттарҙы хеҙмәтләндерә, бөтә приборҙарҙы һәм радиостанцияларҙы ентекле тикшерә.
Германия капитуляцияһынан һуң улар эшләгән подсобкаға генерал һәм ике полковник килеп инә. Генерал тирә-яҡтағы ҡорамалдарҙы иғтибар менән ҡарап сыға, тормош-көнкүрештәре менән ҡыҙыҡһына.»Егеттәр, тиҙҙән һеҙ Еңеү парадында ҡатнашасаҡһығыҙ,» ти. Һуңынан Хатип Латип улы был кешенең Василий Сталин икәнен белә.
Геройыбыҙ 1951 йылда ғына хәрби хеҙмәтен тултырып тыуған яғына ҡайта.Тыныс тормошта һыуытҡыс ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр курсын тамамлай. Эшкә талапсан хеҙмәткәр райондың эшселәр менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ил азатлығы өсөн көрәшкән ветеранды яҡташтары, змандаштары онотмай, байрам һайын килеп хәлен белешеп тора.
Бөйөк Ватан һуғышы һынауҙарын үҙ яҙмышы аша үткәргән уҙаман махсус хәрби операцияла ҡанашыусы яугирҙар менән теләктәш. Ҡурҡыу белмәҫ егеттәргә саялыҡ, дошманға ҡаршы тора алырҙай рух көсө һәм Еңеү теләй.
Гүзәл Борханова