Өфөлә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация программаһы буйынса уҡыуҙар үтә

Республика йәштәр психология үҙәге белгестәре «Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация» программаһы буйынса уҡыуҙар үтә.

Был йүнәлеш буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, заманса алымдар, психология-диагностика ҡорамалдарын ҡулланып эшләү мәсьәләләре брифинг сиктәрендә лә ҡаралды. Сарала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты етәкселеге, «Ватан һаҡсылары» фонды вәкиле һәм әйҙәүсе психологтар ҡатнашты. Махсус ҡунаҡ итеп хәрби психолог, психология фәндәре кандидаты Виктория Голобородова саҡырылғайны.

Махсус уҡыуҙар был категория граждандар менән эшләргә әҙер булған белгестәр өсөн ойошторолдо. Программала алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе айырыуса ниндәй проблемалар борсоуы тураһында һөйләйем. Психологтарҙы төрлө алымдарға, күнекмәләргә өйрәтеп, үҙ эштәрендә ҡулланыу юлдарын күрһәтәм. Иң мөһиме улар ҡурҡмай, ҡыйыуыраҡ эшләй башлай.

Виктория Голобородова, «Опора» хәйриә психология үҙәгенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик реабилитация программаһы етәксеһе, хәрби психолог