Был йүнәлештәге етештереү районда берҙән-бер һанала. Былтыр асылған цех донъя кимәленә сығып өлгөргән. Унда эшләнгән шпагат Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә һатыла. Эшҡыуар пландары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.
Цехта етештереү процесы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Шпагат полипропилендан эшләнә. Ғөмүмән, материалдан башҡа пластик әйберҙәр ҙә яһала. Гранулалар 220 градустан юғары температурала иретелә, һуңынан бау итеп һуҙыла һәм ҡатырыла. Бөтә тиерлек эште автоматлаштырылған техника башҡара.
Цехта ике төрлө шпагат - ҡалын һәм нәҙеге сығарыла. Әҙер материал башлыса ауыл хужалығында бесән бәйләү өсөн файҙаланыла. Бау ҙур предприятиелар өсөн генә түгел, бәләкәй хужалыҡтар һәм баҡсасылар өсөн төрлө оҙонлоҡта сығарыла.
Борай районында шпагат етештергән ошондай уҡ цех башҡа юҡ. Ойошма асылыу менән, ауыл халҡына эш урындары барлыҡҡа килгән. Бөгөн тик цехта ғына 8 оператор хеҙмәт итә.
Предприятие етәксеһе Азамат Басиров белеме буйынса химик, шуға ла был етештереү төрө менән яҡшы таныш. Цехты былтыр аса. Бер йыл эсендә генә продукция юғары һорау менән файҙаланып өлгөрә. Борайҙа етештерелгән бау Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, башҡа дәүләттәрҙә лә һатыла.
Киләсәктә эшҡыуар цех майҙанын һәм етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Бының өсөн ул дәүләттән матди ярҙам йәлеп итмәксе. Кәрәкле документтарын әҙерләгән дә инде.
Рәзилә Ғиниәтуллина