Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетынан Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә кәрәкле әйберҙәр туплаған. Йөк автомобиленә аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлде. Шулай уҡ гуманитар ылау составында юғары уҡыу йортонда Ырымбурҙан килгән студенттар ҙа ҡайта.