Башҡортостан эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында-2-се, Рәсәйҙә 10-сы урынды биләй. Республикала 136 мең ойошма һәм 186 меңдән ашыу үҙмәшғүл иҫәпләнә. Бындай үҫешкә муниципаль, республика һәм федераль кимәлдәге ярҙам саралары булышлыҡ итә. Һуңғы йылда ғына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 6,4 процентҡа артҡан. Ауырғазы районында йәшәүсе Илшат Зиннуров яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән. Гаражда оҫтахана асҡан герой янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙамала.
Фреза айырым теүәллек менән ағаста киндер өҫтөндәге ҡылҡәләм кеүек оҫта хәрәкәттәр яһай. Станокка теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтағы һүрәт бирелә, тик манипуляциялар алдан уҡ программаланған. Әйткәндәй, бәләкәй генә сувенир эшләү өсөн дә станок йөҙҙәрсә хәрәкәт башҡарырға тейеш.
Илшат Зиннуров һөнәре буйынса һанлы станоктар программисы, шуға күрә уға был металл предметты тотоуы ауыр түгел. Оҫта уны бер-нисә ай элек һатып алған. Күп функциялы станокта ҙур габаритлы әйберҙәр эшләргә мөмкин.
Станок ваҡытлыса гаражда тора. Яҡын киләсәктә йүнсел тулы ҡеүәтле оҫтахана төҙөргә ниәтләй. Хәләле Эльвира ла ғаилә башлығы тәҡдимен хуплай.
Ауырғазы районында 700-гә яҡын эшҡыуар һәм 2000 самаһы үҙмәшғүлдәр бар.Тик күләмле бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар ғына тыуҙырылһын. Оҫтахана асҡандан һуң, Илшат Зиннуров ҡорамалдарға юғары хаҡ, сеймал һәм төҙөлөш материалдарына сығымдар мәсьәләһе менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Дәүләт тарафынан ярҙам саралары хаҡында белеп ҡалғас, эшҡыуар документтар туплап, ҡорамалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ҡарар иткән.
2023 йылда республикала 8 меңдән ашыу эшҡыуар дәүләт ярҙамы алған. Йыл аҙағына властар бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары һаны 2,9 процентҡа артасаҡ тип белдерә, был 140 мең эшҡыуар тигән һүҙ. Гранттар, субсидиялар, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау һәм берлектә финанслауҙың төрлө формалары эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова