Республика Хәрби Дан музейында Ғәзи Заһитов тураһында документаль фильм күрһәтелде

Уны ҡарарға бер нисә гимназия уҡыусылары саҡырылды. Ғәзи Ҡазыйхан улы - тарихи шәхес, уның исемен белеү һәм иҫтә тотоу мөһим. Мишкә районы Янағош ауылында тыуған герой 1945 йылдың 30 апрелендә ауыр яраланған булыуына ҡарамаҫтан тәүгеләрҙән булып Рейхстагҡа Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Бының өсөн ул Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Яугирҙың батырлығын мәңгеләштәреү башланғысын байтаҡ йылдар элек билдәле журналист, тарихсы Фәрит Вәхитов күтәреп сыға. Был идея менән ул «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалына килә. Сценарий авторы документаль фильм нигеҙендә геройҙың тарихы, биографияһы һәм хәрби юлын яҡтырта.