Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Нәсибулла Абдуллиндың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Ул Республика клиник онкология диспансерында урынлаштырылды. Нәсибулла Ғабдулла улы бар тормошон кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға арнаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты, Гвардия кавалерия полкы ғәскәрҙәре составында фельдшер булған.

Хәрби ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышының 1-cе һәм 2-cе ордендары менән бүләкләнгән. Тыныс тормошта республика медицина учреждениеларында тынғыһыҙ эшен дауам иткән. Нәсибулла Абдуллин Республика клиник онкология диспансеры төҙөлөшө һәм үҫешенә, онкология хеҙмәте ойоштороуға ла тос өлөш индергән. 20 йыл етәкселек иткән осоронда диспансерҙы ил кимәлендә эре махсуслаштырылған дауалау учреждениеһына әйләндерә. Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә фиҙаҡәрлек күрһәткән башҡа табиптарҙың хеҙмәте лә юғары баһаланды.

Нәсибулла Абдуллин онкология хеҙмәтенә, үҙ эшенә тоғро булды. Радиология, хирургияны үҫтереүгә күп көс һалды. Бөгөн онкология диспансеры ул Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә ҡеүәтле дауалау учреждениеһы, алдынғы технологиялар ҡулланып эшләйбеҙ.

Адель Измайлов, Республика клиник онкология диспансеры баш табибы