Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырҙы

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, төҙөүсө, икмәк бешереүсе, табиптар, оборона предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, аграрийҙар - барлығы 70 һөнәрмән Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын ҡабул итте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм юғары ҡаҙаныштар өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтте. Яҡынлашып килгән Еңеү көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө предпритие етәкселәре, табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғалимдар, икмәк бешереүсе, водитель, трамвай йөрөтөүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләп, тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт стажын туплаған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар һәм медицина ротаһы хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт наградалары, почет грамотаһы, рәхмәт хаттары тапшырылған һөнәрмәндәрҙең һәр береһе үҙ йүнәлешендә республика социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән. Фиҙәҡәр хеҙмәт итеүселәр үҫеп килгән быуын өсөн тырышлыҡ һәм һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булып тора.

Флорида Ким