Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Минһажетдиновҡа Миңлеғәле Шайморатов миҙалы тапшырылды. 100 йәшлек ветеранды Еңеү көнө менән тәбрикләп Башҡорт дәүләт медицина университетында илһөйәрлек байрамы ойошторолдо.
Һуғыш йылдарында Әсхәт Асҡар улы 980-се артполкта разведчик булып хеҙмәт итә, Мәскәү оборонаһында ҡатнаша. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ҡаһарманлыҡ миҙалы, Белоруссияны азат итеү миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Өфөлә медицина институтын тамамлап 50 йылдан ашыу табип булып эшләй, кандидат диссертацияһын яҡлай.