Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләү саралары дауам итә

Яугирҙар йәшәгән йорт алдында хәрби сафтар үтә һәм концерт номерҙары күрһәтелә. Әлеге вҡытта дауаханала ятыусы ветерандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте 21-се клиник дауаханаһына барып, дауаланыу курсы үткән ветеранды ҡотланы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Таисия Дмитриевна быйыл 9 май байрамын дауаханала ҡаршылай. Апрель аҙағында янбашына операция яһала. Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән Таисия Сафронова тиҙерәк дауаланып алырға һәм аяҡҡа баҫырға өмөтләнә.

Таисия Дмиртриевна Краснодар крайының Белая Глина ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 10 йәш була. Атаһы менән ағаһы тәүгеләрҙән булып фронтҡа алына. Бәләкәй Таисия йәшәгән ауыл Гитлер оккупацияһына эләгә. Бик ауыр йылдар ине, тип хәтерәй ветеран. Фашистар уларҙың ғаиләһен өйҙән ҡыуып сығара, оҙаҡ ваҡыт һарайҙа йәшәргә тура килә. Краснодар крайы немец илбаҫарҙарынан 1943 йылдың башында азат ителә. Һуғыш тамамланғас, Таисия Сафронова Дағстанға уҡырға китә, унда буласаҡ тормош иптәше, яңыраҡ фронттан әйләнеп ҡайтҡан Борис Степанович менән осраша. Йәш пар ғаилә башлығының тыуған яғы - Өфөгә йәшәргә күсә. Башҡортостанда Таисия Дмитриевна шәфҡәт туташына уҡып сыға һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө дауаханаларҙа эшләй.

Таисия Дмитриевнаға изге теләктәрен һәм йылы һүҙҙәрен Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте вәкилдере еткерҙе. 9 май байрамы алдынан Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды еңгән һәм әле махсус хәрби операцияһында ил тыныслығы өсөн көрәшсеүселәр ҡотланды. Әйткәндәй, әле Өфөнөң 21-се дауаханаһында 2 яугир дауаланыу курсы үтә. Яҡын арала улар яңынан алғы һыҙыҡҡа баҫасаҡ.

Бөйөк Еңеү көнөн дауаханала ҡаршылаған пациенттар өсөн табиптар һәм шәфҡәт туташтары патриотик сара әҙерләгән. Яуҙа һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды, шәфҡәт туташтарының фронтта күрһәткән батырлыҡтарына бағышланған постановка тәҡдим ителде.

Сара сикәтәрендә теләгән һәр кем һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарай алды. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Әлфинә Килдейәрова