Был «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау»федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Һыу ятҡылыҡтарына 2 меңдән ашыу аҡ киң маңлай, тағы ла шул уҡ һандағы аҡ амур һәм өс меңгә яҡын көҙгө карп сығарылды.
Балыҡ тотоу өсөн махсус рәүештә үҫемлек ашаусы төрҙәр һайланған. Аҡ амур һәм киң маңлай ылымыҡтарҙы әүҙем ашай һәм һыу ятҡылығын таҙарта. Мәҫәлән, аҡ амур, 1 килограмм ауырлыҡ алыу өсөн, 80 килограмм самаһы ылымыҡ менән туҡлана. Һыуға ебәрелгән һәр балыҡтың ауырлығы 150 грамм самаһы. Улар үҫкәс, ауырлығы 30 килограмға һәм унан да күберәккә етәсәк, ти белгестәр.