Зинин юл үткәргесендәге етешһеҙлек водителдәргә хәүеф тыуҙырамы? Бөгөн иртән «Халыҡ фронты» йәмәғәтселәре Нуғай юлындағы проблемаға иғтибарҙы йәлеп итте.
Улар социаль селтәрҙәрҙә битараф булмаған кешеләрҙең береһе төшөргән видеояҙма менән уртаҡлашты. Унан күренеүенсә, мәсет эргәһендә йәйәүлеләр тротуарының бер өлөшө емерелгән. Быға карст тупрағының ишелеүе сәбәпсе булыуы мөмкин.
Ваҡиға урынына шунда уҡ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре килде. Чиновниктар емерелгән урындың Зинин юл үткәргесенә ҡурҡыныс тыуҙырмауын билдәләне. Әлеге ваҡытта зыян күргән участкала хәүефһеҙлекте ойоштороу буйынса бөтә саралар ҙа күрелгән. Гарантия йөкләмәләре сиктәрендә генераль подряд ойошмаһы был урынды тәртипкә килтерәсәк