Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар Еңеү көнөн билдәләй

Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыҙыу бәрелештәр барыуға ҡарамаҫтан, яугирҙарыбыҙ Еңеү көнөн билдәләй. Бөгөн Кураховка йүнәлешендә нацизмға ҡаршы көрәшеүсе яҡташтарыбыҙ урындағы мемориалға сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ата-бабалар хәтерен яңыртты. Әле Донецк халыҡ республикаһында БЮТ хәбәрселәре эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенән Айнур Кәбиров репортажы.

Тарихын онотҡандың киләсәге лә юҡ, тип иҫәпләй ауыл атаманы ла. Александр Михайлович иртә таңдан ошо ерҙәрҙе фашистарҙан азат итеп һәләк булған олаталарының фотоһүрәттәрен тотоп мемориал янына килде. Уларҙың рухы беҙгә йылдан-йыл ҡәҙерлерәк. Ҡанлы һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә хәҙерге яугирҙарҙың иғтибары оло хөрмәткә лайыҡ, ти атаман.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалды ла тап Башҡортостан яугирҙары төҙөкләндергән. Тыуған ил азатлығын һаҡлап ҡалыусылар, фронт һәм тыл геройҙары хаҡындағы хәтер яҡташтарыбыҙҙың йөрәгендә.

Тарих ҡабатлана. Бөгөн дә Башҡортостан ир-егеттәре ете тиҫтәнән ашыу ата-бабаларыбыҙ фашизмды дөмөктөргән ерҙә ҡорал тотоп азатлыҡ, тыныс тормош өсөн нацизм ҡалдыҡтары менән көрәшә. Дошманға тоҫҡап атҡан яугирҙар бөгөн патрондарҙы һауаға сөйҙө.

Бөгөн Ватан намыҫы өсөн алышҡан яугирҙар өсөн дә 9 май - Совет халҡының еңеүе генә түгел, быуындар күсәгилешлеге, хәтер һәм берҙәмлек байрамы. Полк разведкаһында хеҙмәт итеүселәргә иһә икеләтә байрам. Бөгөн яугирҙар илебеҙҙең юғары наградалары, ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдары менән бүләкләнде.

Ҡыҫҡа ғына тантаналы митингтан һуң егеттәр позицияларға ашыҡты. Күмәк йыйылыу хәүефле. Ә кискә артиллеристар ҡаршы яҡ өсөн байрам фейерверкы әҙерләй.

Айнур Кәбиров