Өфөнөң Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды

«Еңеү паркы»ндағы мемориалға ла сәскә һалыу тантанаһы үтте. «Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким.

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған илһөйәрлек саралары Өфөлә Еңеү паркында йылдағыса тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәгән күп милләтле халыҡ исеменән Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды.

«Мәңгелек ут» майҙанында Ватан өсөн башын һалған батырҙар, һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Ветерандар, төрлө ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, балалар, өлкәндәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ҙа бар ине.

«Еңеү паркы» майҙаны тағы ла бер тарихи объект менән тулыланды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыу ҡаһарман яугирҙың исемен мәңгеләштерҙе.Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1945 йылдың 30 апрелендә Берлинда Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙаған

Ғәзи Заһитов штурм төркөмө составында һуғыштың тәүге көндәренән Еңеүгә тиклем хәрби юл үтә. Мишкә районында тыуып үҫкән артиллерия бригадаһы разведчигы Ғәзи Заһитов Һуғыштан һуң Башҡортостанға, тыуған ауылына ҡайта. Колхоз рәйесе, машина-трактор станцияһында механик булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған илһөйәрлек саралары республиканың бөтә район-ҡалаларында үтте. Өлкән йәштәге ветерандар патриотик митингта ҡатнаша алмаған осраҡтарҙа уларҙың йорт, ихаталарында байрам ойошторолдо. Йәш быуын өсөн аяҙ күк йөҙө бүләк итеүселәрҙең һәр береһе иғтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Флорида Ким